07:18 (UTC+5), 21 Октября 2013

Төбәк башлығы Архангел ауылында «Йорт комплекты» проектының бойомға ашырылыуын тикшерҙе

Людмила Терновая, Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 19 октябрҙә, Архангел районына эш сәфәре барышында Архангел ауылында эконом-класс торлаҡ төҙөлөшө тәжрибәһе менән танышты.
Бында, республиканың тағы бер нисә районындағы кеүек, 2011 йылдан алып «Йорт комплекты» проекты бойомға ашырыла. Программала 23 ғаилә ҡатнаша. Күпселеге бюджет ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре.
Үрҙә әйтелгән проект сиктәрендә республиканың Урман хужалығы министрлығы менән берлектә БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды шәхси төҙөүселәргә бүрәнә һәм бурсанан йорт комплекттары менән ылыҫлы ағастарҙан бысылған материалдар бүлә. Программала ҡатнашыусылар льготалы кредит менән файҙалана ала.
Бөгөнгө көнгә «Йорт комплекты» программаһы буйынса Фонд Архангел районына 6,315 миллион һумға льготалы нигеҙҙә маҡсатлы аҡсалата займдар биргән, шуның һөҙөмтәһендә «Йәштәр» биҫтәһендә 22 йорт һалынған. Әлеге ваҡытта бында Ҙур һәм Бәләкәй тыҡрыҡтары төҙөлә.
Әммә, район етәкселәре билдәләп үтеүенсә, инженер инфраструктураһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.
Бер үк ваҡытта инфраструктураны үҫтерергә, коммуникациялар һуҙырға, ә тәү сиратта электр үткәрергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
- Әгәр ҙә үҙ ваҡытында граждандарға бөтә шарттар тыуҙыра алмайһығыҙ икән, төҙөлөш эштәрен туҡтатып тороғоҙ, — тине Президент.
Бынан алда граждандарҙы ҡабул итеү сиктәрендә урында йәшәүселәр һыу һәм электр менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе, тип билдәләне республика етәксеһе. Төҙөлөш өсөн бирелгән ер участкаларын коммуникациялар менән тәьмин итеү мәсьәләһе республикала көнүҙәк булып ҡала.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров һөйләүенсә, уның ведомствоһы һуңғы ике-өс йылда республиканың яңы биҫтәләрен инфраструктура менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итә.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика