04:40 (UTC+5), 17 Октябрь 2013

Өфөлә яңы «Атлантика» бассейны төҙөлә башлаясаҡ

Розалия Вәлиева
Бөгөн, 17 октябрҙә, Комсомол һәм Урман техникумы урамдары сатында урынлашасаҡ яңы йөҙөү комплексы нигеҙенә тәүге таш һаласаҡтар.
2015 йылға Өфөлә өс бассейн төҙөйәсәктәр – «Йүрүҙән» туҡталышы районында, «Машина эшләүселәр» Мәҙәниәт һарайы эргәһендә, Комсомол һәм Урман техникумы урамдары сатында, тип хәбәр итте «Башинформ»ға «Атлантика» бассейндары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хакимиәте вәкиле Сергей Семенов.
Йөҙөү комплексы 25, 12,5 һәм 12,5 метр оҙонлоғондағы өс бассейндан торасаҡ, шулай уҡ унда дүрт спорт залы һәм фитнес-кафе буласаҡ. Проект буйынса ул тәүлегенә ике меңгә тиклем кеше ҡабул итә аласаҡ.
Тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы 14 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.
«Коммерсант» гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, «Атлантика» бассейндары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә теркәлгән. Санкт-Петербургта 20 йөҙөү бассейнынан торған селтәр төҙөү проектын бойомға ашыра. Kartoteka.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, компанияның устав капиталы 20 мең һум тәшкил итә (компанияның үҙенең мәғлүмәттәре буйынса – 1 миллион һум).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика