Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Октябрь 2013, 14:58

Маҡсатлы программаға ярашлы 10 һөтсөлөк фермаһы реконструкцияланды

Башҡортостанда 2013 йыл башынан алып «500 ферма» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы 10 һөтсөлөк фермаһы тулыһынса модернизацияланды
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың һуңғы дүртәүһе ошо көндәрҙә махсус комиссия тарафынан Стәрлетамаҡ районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенең Оло Аксаков һәм Ишпарсово ауылдарында, шулай уҡ Көйөргәҙе районының «Осҡон» ауыл хужалығы предприятиеһына ҡараған Көйөргәҙе һәм Абдул ауылдарында ҡабул ителде.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта был комплекслы программа буйынса республикала тағы 80 һөтсөлөк фермаһы реконструкциялана.
Автор:Галина Бахшиева.
Читайте нас: