08:26 (UTC+5), 10 Октября 2013

Миәкә районы Башҡортостанда беренселәрҙән булып шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алды

Галина Бахшиева
Миәкә районы аграрийҙары Башҡортостанда беренселәрҙән булып шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алды. Сөгөлдөр үҫтереүселәр был техник культураға бүленгән 930 гектар майҙандан 26,3 мең тонна тирәһе татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алды.
Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “татлы ураҡ” Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарында аҙағына яҡынлаша. Һәр ҡайһыһында әлеге ваҡытҡа сәсеү майҙанының 90 процентынан күберәге йыйып алынған.
Дөйөм алғанда, республика буйынса шәкәр сөгөлдөрө 34,9 мең гектар майҙанда ҡаҙып алынған, ул планлаштырылғандың 66 процентын тәшкил итә.
Һәр гектарҙан уртаса уңыш 342 центнер тәшкил итеп, Башҡортостанда 1, 194 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика