09:36 (UTC+5), 03 Октября 2013

2013 йылға хосусилаштырыу планына тағы өс предприятие индерелде

Эльвира Латыпова
Тағы өс сәнәғәт предприятиеһы Башҡортостан Республикаһының 2013 йылға дәүләт милкен хосусилаштырыу планына индерелде. Был турала республика Хөкүмәте ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Һатыуға республикаға ҡараған «Башкирский холод» (Өфө) асыҡ акционерҙар йәмғиәте устав капиталының 48,83 проценты күләмендәге акцияларын, шулай уҡ «Иглин үлсәүҙәр заводы» (Иглин ауылы) һәм «Эталон-ТЗ» (Туймазы) асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре (уларҙа устав капиталының 100 проценты ла Башҡортостанға ҡарай) акцияларын сығарырға планлаштырыла.
Хосусилаштырыу планына шулай уҡ Башҡортостан республика уҡыу коллекторы (Өфө) һәм Өфөләге, Октябрьскийҙағы ҡайһы бер дәүләт милке объекттары индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика