12:33 (UTC+5), 01 Октября 2013

«Башнефть» «Система» менән килешеү төҙөнө

Эльвира Латипова
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте дүшәмбе көнө «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башнефть – Сервис Активтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең устав капиталындағы үҙ өлөшөн тулыһынса һатыуы тураһында килешеү төҙөнө, тип хәбәр ителә нефть компанияһы материалдарында.
Килешеү суммаһы — 4,1 миллиард һум.
2013 йылдың мартында «Башнефть» үҙенең 100-процентлыҡ ярҙамсы предприятиеһы — «Башнефть – Сервис Активтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында нефть-сервис холдингын ойоштороуҙы тамамлауы һәм киләсәктә был структураны «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте сиктәренән сығарырға ниәтләүе тураһында белдерҙе.
Холдинг составына 11 нефть-сервис ойошмаһы инде: «Башнефть-Быраулау», «Өфө скважиналарҙы ер аҫты капиталь ремонтлау идаралығы», «Башҡортостан скважиналарҙы ремонтлау идаралығы», «Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы», «Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы», «Башнефть» автотранспорт идаралығы», «Октябрьский технологик транспорт идаралығы», «Арлан технологик транспорт идаралығы», «Арлан промысла юлдарын ҡарау идаралығы», «Трансхим», «Яңауыл «Нефтестроймонтаж» идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика