09:58 (UTC+5), 26 Сентября 2013

Ял көндәрендә Өфөлә сираттағы йәрминкәләр уҙасаҡ

Галина Бахшиева
Алдағы ял кәндәрендә, 28 һәм 29 сентябрҙә, Өфөлә сираттағы көҙгө йәрминкәләр үткәрелә, унда арзаныраҡ хаҡҡа төрлө ауыл хужалығы продукттары һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Дим районында Правда урамы буйлап — Таллин урамынан М. Йәлил урамына тиклем – автомобиль юлы эргәһендә йәшелсә, ит һәм бал менән һатыу итеү йәйелдерәләсәк.
Калинин районында «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа-сервис комплексы (Интернациональ урамы, 139) алдындағы майҙанда, «Меркурий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында (Боровой урамы, 14, 3-сө корпус), «Шаҡша» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда (Гвардия һәм Йәшел урамдары саты), шулай уҡ Баландин һәм Мушников урамдары сатында урынлашҡан майҙанда ҡышҡылыҡҡа запастар яһарға мөмкин буласаҡ.
Өфөнөң Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәһе элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы (Эшсе-хәбәрселәр урамы, 20) алдындағы майҙанда эшләйәсәк.
Ленин районында ауыл халҡы өфөләргә үҙ продукцияһын «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы (Пушкин урамы, 35/1) алдында һәм «Тулҡын» скверы ҡаршыһындағы майҙанда тәҡдим итәсәк. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин районында ауыл хужалығы йәрминкәләре шәмбе, 28 сентябрҙә, генә эшләйәсәк.
Орджоникидзе районында һәр ваҡыттағыса Серго Орджоникидзе исемендәге майҙан (Беренсе май урамы, 14), «Меркурий» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан (Ҡулса урамы, 65), «Урал» сауҙа-сервис комплексының автопарковка майҙансығы (Рәсәй урамы, 23), шулай уҡ «Тирәктәр» сауҙа йорто эргәһендәге майҙан (Коммунарҙар урамы, 59) йәрминкәләр ҡарамағына тапшырыласаҡ.
Октябрь районы халҡы «Магнит» магазины эргәһендәге майҙанда (Жуков урамы, 30) һәм «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы (Гагарин урамы, 42) алдындағы майҙанда үҙенә кәрәкле ауыл хужалығы продукттары запасы туплай аласаҡ.
Совет районында сауҙа «Башкирнефтепродукт» заправкалау станцияһы (Менделеев урамы, 157) йәнәшәһендәге майҙанда киң ҡолас менән эшләйәсәк.
Был ял көндәрендә Йәштәр һарайы һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы продукттары менән һатыу итеү алып барылмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан баш ҡалаһында көҙгө ауыл хужалығы йөрминкәләре 27 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика