07:01 (UTC+5), 26 Сентябрь 2013

Биш миллиард һумға ете йыллыҡ облигациялар сығарыла

Эльвира Латыпова
27 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 5 миллиард һумға 34008-се серия облигацияларын сығара башлаясаҡ. Был турала БР Хөкүмәтенең 20 сентябрҙәге 1177-р бойороғо БР Финанс министрлығы сайтында баҫылды.
Генераль агенты – «Һаҡлыҡ банкы КИБ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Сығарырға планлаштырылған облигацияларҙың дөйөм иҫәбе 5 миллион дана тәшкил итә, һәр береһенең хаҡы — бер мең һум
Әйләнеш срогы — ете йыл. 28 купон түләү ҡаралған. Купон осороноң оҙайлылығы 91 көн тәшкил итә.
Беренсе купон ставкаһын конкурс билдәләйәсәк. 2-26-сы купондар ставкалары уға тиңләштереләсәк. 27-28-се купондар ставкалары йыллыҡ 0,1 процентты алып ташлап, беренсе купон ставкаһына тигеҙ буласаҡ.
Облигацияларҙы түләп бөтөрөү датаһы —2020 йылдың 18 сентябре.
1 сентябргә республиканың дәүләт бурысы 13 950 227 мең һум тәшкил итте. 2014 йылдың 1 ғинуарына эске дәүләт бурысының иң һуңғы сиге 19 550 000 мең һум күләмендә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика