07:07 (UTC+5), 26 Сентября 2013

“Башнефть” 500 тоннанан ашыу хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштерергә тейеш

Эльвира Латыпова
Башҡортостан Республикаһының Юғары суды Өфөнөң Орджоникидзе районы суды ҡарарын көсөндә ҡалдырҙы, ул Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә шлам туплағысты нефть ҡатнаш ҡалдыҡтарҙан таҙартырға ҡушты, тип хәбәр ителә РФ Прокуратураһы сайтында.
Прокурор тикшереүе барышында «Башнефть» нефть шламын утилләштереү тураһында договор буйынса «ЮГИ-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, хәүефле ҡалдыҡ паспорты төҙөмәйенсә, 500 тоннанан ашыу нефть эшкәртеү продукттары тапшыра. Һөҙөмтәлә «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» закон боҙола. Кәрәкле документтар булмау арҡаһында фирма-партнер договор шарттарын үтәмәй, һәм ҡалдыҡтар өс айҙан ашыу Өфөнөң Орджоникидзе районында сәнәғәт майҙансығында һаҡлана.
Граждандарҙың уңайлы тирә-яҡ мөхит шарттарына хоҡуҡтарын яҡлау өсөн район-ара прокурор судҡа мөрәжәғәт итә. Суд ҡарары буйынса нефть компанияһына сәнәғәт участкаһын нефть ҡатнаш ҡалдыҡтарҙан таҙартырға тура киләсәк.
Нефть компанияһының үҙендә суд ҡарары менән килешмәйҙәр һәм, утилләштереү эштәрҙе башҡарыу өсөн өлөшләтә хаҡ алған подрядсының ғәйебе менән үтәлмәгән, тип билдәләйҙәр. Үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатлау өсөн «Башнефть» РФ Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика