07:41 (UTC+5), 26 Сентября 2013

2013 йылда Өфөлә йылылыҡ селтәрендә торбалар тишелеү осраҡтары йышайҙы

Эльвира Латипова
- Йылылыҡ селтәрҙәрен тығыҙлыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа тикшергәндә йәйге осорҙа торбаларҙың 1746 урында тишелеү осраҡтары асыҡланды, - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте ултырышында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм «һуңғы ун йылда был рекодлы һан», тип өҫтәне.
Әгәр ҙә, йылылыҡ селтәренең һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү селтәренең оҙонлоғо 1021 километр булыуын иҫәпкә алғанда, бер километр коммуникацияға икешәр тишелеү осрағы тура килә, тине сити-менеджер. Йәй йылылыҡ селтәрҙәрен тикшереү ҡаланың йылылыҡ селтәре хужалыҡтары ныҡ туҙыуын раҫланы, тип билдәләп үтте ул.
- Был секторҙағы көсөргәнеште кәметеү өсөн һуңғы ике йыл эсендә йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу күләме арттырылған. Әгәр ҙә 2011 йылда 13,6 километр оҙонлоғонда селтәрҙәр алмаштырылһа, 2012 һәм 2013 йылдарҙа уның күләме 24 километрҙан ашыу тәшкил итте, — тине Ирек Ялалов. — Тик был да ни бары биш процент урынына 2,5 генә.
Ҡала мэры һүҙҙәренә ҡарағанда, план күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн ресурс менән тәьмин итеү селтәрҙәрен алмаштырыусы ойошмаларҙың, иҡтисади яҡтан дәлилләнмәгән тарифтар эҙемтәһендә, финанс хәле етерлек булмауы ҡамасаулай.
- Йылылыҡ энергияһына тарифтарҙы иҡтисади нигеҙләнгән кимәлгә тиклем күтәреү тураһында республика хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарар киләсәктә туҙған ҡорамалдарҙы ямау түгел, ғөмүмән йылылыҡ селтәре хужалығын үҫтерергә мөмкинселек бирәсәк, — тип иҫәпләй Ирек Ялалов
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика