12:47 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары тулыһынса әҙер

Эльвира Латипова
- Әлеге ваҡытта республикала ҡышҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ обьекттарын әҙерләү буйынса саралар тулыһынса тамамланған. Әҙерлек паспорттары рәсмиләштерелгән, — тип белдерҙе, шаршамбы, БР Хөкүмәте ултырышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин.
БР торлаҡ-коммуналь хужалығы башлығы мәғлүмәте буйынса, ремонтлау-тергеҙеү эштәре графикка ярашлы барҙы. 234 километр һыу үткәреү селтәре алмаштырылды (дөйөм оҙонлоғоноң 2,5 проценты) һәм 91 километр ике торбалы иҫәпләүҙәге йылылыҡ селтәре (3,7 процент). Йылы менән тәьмин итеү системаһы өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн 13,8 мең тонналап шыйыҡ яғыулыҡ резервы булдырылған.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡышҡа әҙерләү сараһына муниципалитеттарға республика бюджетынан 1,88 миллиард һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, 327 миллион һум муниципаль берәмектәр юл комплексын төҙөкләндереү һәм финанслау өсөн алды, - тип хәбәр итте Сергей Афонин.
Торлаҡ-коммуналь системаһының төп проблемаһы — ҡулланған яғыулыҡ-энергетик ресурстар өсөн бурыс.
«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 24 сентябргә ҡарата, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының газ өсөн бурысы 435 миллион һум тәшкил итә. «Өфө инженер селтәре» муниципаль унитар предприятиеның бурысы 271 миллион һум.
«Башҡортостандың энергетика һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдында тармаҡтың ҡулланылған энергия өсөн бурысы 1 473 миллион һум, «Интер РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдында йылылыҡ өсөн бурыс — 1 385 миллион һум, — тип хәбәр итте БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика