08:28 (UTC+5), 23 Сентября 2013

Иген культураларын һатып алыу хаҡтарын билдәләү иғлан ителде

Галина Бахшиева
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы башлығы Николай Федоров быйылғы иген культуралары уңышы буйынса дәүләт һатып алыу хаҡтарын билдәләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Һатып алыу буйынса кәрәкле ойоштороу сараларын үткәреү РФ Ауыл хужалығы министрлығының аграр аҙыҡ-түлек баҙарын, балыҡсылыҡты, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен көйләү департаментына йөкмәтелде.
Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2013 йыл аҙағына тиклем федераль интервенция фондына ике-өс миллион тонна иген һатып алыу көтөлә.
Быйылғы ауыл хужалығы миҙгелендә дәүләт фондына иген һатып алыу күләмен аграр ведомство биш-алты миллион тонна сиктәрендә күҙаллай.
Ил Ауыл хужалығы министрлығы башланғыс хаҡтарҙы яҙ уҡ билдәләгәйне. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Европа өлөшө өсөн өсөнсө класлы бойҙайға хаҡ – тоннаһына 6,55 мең һум, Азия өлөшө өсөн 6,25 мең һум тәшкил итәсәк. Дүртенсе класлы бойҙайға хаҡ – тоннаһына 6,3 мең һәм 6,05 мең һум, бишенсе класлы бойҙайға – 5,95 мең һәм 5,7 мең һум.
Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн бер тонна арышҡа хаҡ – 4,95 мең һум, фураж арпаһына – 5,05 мең һум, өсөнсө класлы кукуруз игененә 5,6 мең һум күләмендә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика