Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Сентябрь 2013, 12:44

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң дүрттән бер өлөшө йыйып алынған

Башҡортостан аграрийҙары бөгөнгө көнгә шәкәр сөгөлдөрөн 13,7 меңгә яҡын гектарҙа, йәғни сәселгән майҙандың дүрттән бер өлөшөнән күберәген йыйып алған.
Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы – гектарынан 321 центнер. Төбәктә 438,2 мең тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡтар ҡаҙып алынған. Шуларҙың 242 мең тоннанан ашауы эшкәртеүгә ебәрелгән.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, иң ҙур уңышты Благовар районының сөгөлдөр үҫтереүселәре йыйып алған – 71,4 мең тонна. Ҡырмыҫҡалы районы аграрийҙары 68 мең тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алған.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас