05:59 (UTC+5), 19 Сентября 2013

2014 йылда капиталь ремонтҡа иғәнә түләү мотлаҡ буласаҡ

Розалия Вәлиева
2014 йылда капиталь ремонтҡа иғәнә түләү, РФ Хөкүмәтенең ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, йорттоң ниндәй хәлдә булыуына һәм торлаҡ милекселәренең ниндәй ҡарар ҡабул итеүенә ҡарамай, мотлаҡ буласаҡ, тип хәбәр итте көн элгәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуы тура эфирында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин.
Әлеге ваҡытта торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта капиталь ремонт өсөн иғәнә түләү-түләмәү тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Уның хаҡы торлаҡтың бер квадрат метрына яҡныса 5 һум тәшкил итә. Түләү күләме йорттоң ниндәй хәлдә булыуына ҡарап иҫәпләнә. Сергей Афонин һүҙҙәренсә, 2014 йылда был һандың бер аҙ үҙгәреүе ихтимал, майҙаны 70 квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ милекселәре капиталь ремонтҡа айына яҡыса 350 һум түләйәсәк.
— 2013 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан капиталь ремонтҡа 200 миллион һум аҡса бүленде, - тип хәбәр итте Сергей Афонин. - 2015 йылға тиклем финанслау программаһында иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеүгә айырыуса иғтибар бүленә, был маҡсаттарға 1 миллиард 550 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтеләсәк.
Тапшырыу эфирында шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика