Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Сентябрь 2013, 11:34

Төбәктә ике миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ике миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был яҡынса 190 мең тоннаға күберәк.
Был өлкәлә иң яҡшы күрһәткестәр Стәрлетамаҡ районында күҙәтелә - унда 140 мең тонна иген һуғып алынған. Саҡмағош, Мәләүез һәм Ишембай райондары аграрийҙары бөгөнгө көнгә, шул тәртиптә, 118,4; 114,7 һәм 102,5 мең тонна иген һуғып алған.
Бөгөнгө көнгә Ҡариҙел, Краснокама һәм Мәләүез райондары хужалыҡтыры урып йыйыу эштәрен тулыһынса тамамлаған.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас