Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2013, 18:04

Төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме – 3804 һум

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 2013 йылдың авгусында 3804 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 56 процентына тиң. Бер йыл эсендә – 2012 йылдың авгусынан башлап – пособие күләме 6,7 процентҡа артҡан.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен (977,5 һум) эшһеҙҙәрҙең – 31 проценты, максималь күләмен (5635 һум) 42 проценты ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 1 сентябренә ҡарата республикала 23,5 меңдән ашыу рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнде. Уларҙың 43 проценты – ауыл халҡы.
Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең 64 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Теркәлгәндәрҙең 20 проценты – 29 йәшкә тиклемге йәштәр, 12 проценты – пенсия алды йәшендәге кешеләр, 8 проценты – инвалидтар.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас