Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2013, 18:17
Өфөлә пенсионерҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк
Кесе йома, 12 сентябрҙә, Өфөлә пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн быйыл өсөнсө тапҡыр күп профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә. Уны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы сығыш яһай.
— Иртәнге йәрминкәлә сәнәғәт, төҙөлөш, сауҙа, транспорт, дөйөм туҡланыу һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән 20-нән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашасаҡ, - тип хәбәр итте баш ҡаланың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте белгесе Ирина Турчина.
Дөйөм алғанда йәрминкәлә эш эҙләүселәргә 500-гә яҡын вакансия тәҡдим ителәсәк. Улар араһында табип, уҡытыусы, инженер, страховкалау агенты, вахтер, һатыусы, гардеробсы вакансиялары бар.
Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса 10.00-12.00 сәғәттәрҙә үтә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
халыҡ мәшғүллеге
Читайте нас