05:06 (UTC+5), 11 Сентябрь 2013

Башҡортостан Президенты Америка Ҡушма Штаттарының Генераль консулы менән осрашты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының Екатеринбургтағы Генераль консулы Отто Ханс Ван Маерссен менән осрашты.
Ван Маерссен әфәнде Өфөгә Американың эшлекле даирәһе вәкилдәре менән бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән ҡайһы бер бизнес-йүнәлештәрҙе тикшереү маҡсатында килгән. Ағымдағы йылдың июлендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһының Америкаға визиты барышында шулай уҡ бер нисә килешеү төҙөлгәйне.
— Беҙгә визитығыҙ барышында республикаға бер нисә Америка компанияларын йәлеп итеүгә өлгәштегеҙ, - тине Ван Маерссен әфәнде. – Әлбиттә, Америка компанияларының һеҙҙең республикаға килеп, хеҙмәттәшлек итергә теләүе төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе көслө булыуы, бында сәйәси тотороҡлок булдырылыуы хаҡында һөйләй.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, республикала Америка Ҡушма Шататтары менән эшләү йәһәтенән ыңғай тәжрибә бар.
— Беҙҙе юлдар комплексы предприятиелары ҡыҙыҡһындыра, - тине республика башлығы. – Беҙ Америкалағы кеүек яҡшы юлдар төҙөргә өйрәнергә теләйбеҙ. Беҙгә яңы технологиялар, яңы ҡорамалдар кәрәк. Бындай һөйләшеүҙәр алып барыла һәм бер нисә проект тормошҡа ашырыла башланы ла инде.
Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда юл төҙөлөшө өсөн стабилизатор етештереү буйынса «Терракрит» производствоһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шулай уҡ БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән Техас юл институты араһында үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тикшерелә. Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү ҡарала.
— Беҙҙең төбәктә эконом класындағы, ҡиммәт булмаған, әммә сифатлы торлаҡ әҙерәк, - тине республика етәксеһе. – Беҙҙә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө үҫеш ала, шуға күрә йорттар төҙөү буйынса заманса предприятиелар кәрәк.
Ағымдағы йылдың июлендә Техас штатына визит барышында республика вәкилдәре тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереү буйынса Green World Restoration, LLC предприятиеһында булды. Рөтәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республиканы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, арзан хаҡҡа һәм сифатлы йорттар төҙөргә мөмкинлек биргән технологиялар ҡыҙыҡһындыра, әммә продукт урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған булырға тейеш.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҡайһы бер проблемалар килеп тыуа. Был мәсьәләне хәл итеүгә шулай уҡ Америка бизнесын йәлеп итеү планлаштырыла. Бөгөн, 11 сентябрҙә, республикаға «Кинг Кол» компанияһы вәкилдәренең килеүе көтөлә, улар менән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһе тикшереләсәк.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика