06:22 (UTC+5), 05 Сентября 2013

Төбәктә ҙур ауыл хужалығы комплекстарын булдырыу эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк

Галина Бахшиева
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 30 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. БЮТ телеканалында тура эфир барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «ысынында иһә бындай кешеләрҙең күберәк булыуын аңлайбыҙ».
— Әлбиттә, эш урындарын булдырыу – бик мөһим мәсьәлә. Кешеләрҙең эш эҙләп сит төбәктәргә барыуын күреү аяныс. Халыҡ төньяҡ территорияларға, Төмән өлкәһенә, Ханты-Манси автономиялы округына, Ямалға сығып китә. Был йәһәттән донор булараҡ сығыш яһайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандан был төбәктәргә барған кешеләр һаны килеүселәр һанынан күпкә күберәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙҙәренсә, бындай эшкә республиканан яҡынса 100-120 мең кеше сығып китә. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте структураһын үҙгәртеү, ауыл хужалығы тармағының бөлгөнлөккә төшөүе, совхоз һәм колхоздарҙың банкротлыҡҡа дусар булыуы бының төп сәбәбе булып тора.
Башҡортостан Президенты иҫәпләүенсә, ауыл хужалығы өлкәһендә кисектергеһеҙ саралар күреү мөһим.
Һүҙ, тәү сиратта, ҙур ауыл хужалығы комплекстарын булдырыу тураһында бара. Тәүге инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Улар араһында – Благовар районында сусҡа ите етештереү буйынса мегакомплекс төҙөү. Унда йыл һайын 42 мең тонна продукция етештереү планлаштырыла.
Мәләүез районында күркә ите етештереү буйынса комплекстың икенсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бүздәк районында «ДАМАТЕ» компанияһы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра башларға ниәтләй. Уның ярҙамында республикала йыл эсендә етештерелгән һөт күләме яҡынса 100 мең тоннаға, йәғни 15 процентҡа артасаҡ.
Шулай уҡ ауыл ерендә урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим йүнәлеш булып тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған «500 ферма» республика комплекслы программаһы ярҙамында 2013 йылда 100 һөтсөлөк-тауар фермаһын яңыртыу планлаштырыла.
— Быйыл республикала 110 һөтсөлөк фермаһының яңыртылыуы ла ихтимал, - тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү кәрәклеген белдерҙе. Төбәк башлығы Ауырғазы районында тормошҡа ашырылған «Йәнле ауыл» проектын миҫалға килтерҙе.
— Бында тупланған тәжрибәне тотош республика кимәлендә йәйелдерергә ниәтләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙ кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Һәм «Йәнле ауыл» проектын республика кимәлендә тормошҡа ашыра алһаҡ, ауыл халҡының ярайһы уҡ ҙур өлөшөн иҡтисади тормошҡа йәлеп итеүгә өлгәшәсәкбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика