05:36 (UTC+5), 05 Сентябрь 2013

Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң үҫешкән төбәге иҫәбенә инә

Галина Бахшиева
Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң үҫешкән төбәге иҫәбенә инә. Был төбәктәр араһында шулай уҡ Татарстан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Краснодар һәм Красноярск крайҙары инә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Республика башлығы билдәләүенсә, күрһәткестәргә ҡарап, Башҡортостан яҡынса бишенсе-етенсе позицияларҙы биләй.
— Рәсәйҙә 83 төбәк барлығын һәм беҙҙең тәүге унау иҫәбендә булыуын оноторға ярамай. Был рәсми мәғлүмәттәр. Беҙ ысынлап та яҡшы эшләгәнебеҙҙе тоябыҙ. Ҡалаларҙы төҙөкләндереү, уларҙа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу күрһәткестәре буйынса ла, минеңсә, алға табан ышаныслы барабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Уның һүҙҙәренсә, үткәрелгән социологик һорау алыуға ярашлы, Башҡортостанда тормош яҡшыра тип иҫәпләгән кешеләр һаны бындай фекерҙе инҡар иткән кешеләрҙән 40 процентҡа күберәк.
— Кешеләр оптимист була башланы. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр күп. Ҡайһы бер йүнәлештәр, мәҫәлән, инновациялар, технопарктар, ирекле иҡтисади зоналар, ҙур халыҡ-ара ваҡиғалар йәһәтенән башҡаларҙан ҡалышабыҙ икән, был айырма ҙур түгел. Беҙ – үҫеш процесында. Үҙебеҙ өсөн үҫеш стратегияһын билдәләнек, һәм республикабыҙҙың киләсәге яҡты булырына ышанам, - тине Башҡортостан Президенты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика