Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Сентябрь 2013, 12:38
Башҡортостанда пенсионерҙар һаны йыл эсендә 17,1 мең кешегә артҡан
Республикала пенсионерҙар һаны 1092,2 мең кешене тәшкил итә – үткән йылға ҡарағанда 17,1 меңгә күберәк. 2013 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр менән Башҡортостанстат таныштыра.
Төбәктә пенсияның уртаса күләме – айына 9448,5 һум (2012 йылдың 1 июленә ҡарата ул 8610,5 һум тәшкил иткәйне).
Пенсионерҙарҙың 997,4 меңе хеҙмәт пенсияһын ала, шул иҫәптән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын – 897,6 мең кеше (пенсияның уртаса күләме – айына 10 056,2 һум), инвалидлыҡ буйынса – 47,8 мең кеше (6460,7 һум), ҡараусыһын юғалтыу буйынса – 52 мең кеше (6876,6 һум) ала.
Дәүләт пенсияһы - 94,8 мең кешегә (пенсияның уртаса күләме – айына 6611,3 һум), шул иҫәптән социаль пенсиялар 90,8 мең кешегә (6425,2 һум) түләнә.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
пенсиялар
социаль яҡлау
статистика
Читайте нас