05:28 (UTC+5), 02 Сентябрь 2013

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды

Эльмира Сабирова, Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 31 августа, эш сәфәре менән Нефтекамала булды.
«Нефтекама машиналар эшләү заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты магистраль насос агрегаттарының яңы төрөн булдырған. Энергияны һаҡсыл файҙаланыу күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә уның аналогтары юҡ. Яңы производство ойоштороу эшмәкәрлеге менән ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.
Белгестәр иҫәпләүенсә, бындай машиналарға ихтыяж ҙур. Бөгөнгө көндә, нигеҙҙә, бер нисә тиҫтә йыл элек эшләнгән һәм ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса заман талаптарына яуап бирмәгән украин агрегаттары ҡулланыла.
Заводтың генераль директоры Сергей Данилов хәбәр итеүенсә, әлегә проект буйынса ҡаралған инвестицияларҙың 70-80 проценты тотонолған. Нефтекама машиналар эшләү заводы ҙур күләмдә нефть насостарын етештерә башлауҙы 2014 йылға планлаштыра. Ә ҡайһы бер өлгөләрҙе ағымдағы йылдың сентябрендә етештерә башлау, ғинуарҙа уларҙы һынап ҡарау планлаштырыла.
Проект тулы ҡеүәтенә 2015 йылда эшләй башлаясаҡ. Йыллыҡ етештереү күләме яҡынса ике миллиард һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.
Әлеге ваҡытта төҙөү-монтажлау һәм башҡа эштәр алып барыла. Яңы производствоның проект буйынса ҡеүәте – йылына 100 агрегат. Завод белгестәре фекеренсә, Нефтекама предприятиеһы Рәсәй баҙарының ихтыяжын тулыһынса ҡаплай аласаҡ. Потенциаль ҡулланыусылар иҫәбендә - «Транснефть», «Лукойл», «Роснефть», «Газпром нефть», «Сургутнефтегаз», шулай уҡ бер нисә сит ил заказсыһы.
Производствола яҡынса 200 эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа туранан-тура инвестициялар күләме 750 миллион һум тәшкил итте, йыл аҙағына тиклем 180 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.
Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн Нефтекама заводы торлаҡ төҙөлөшөн башларға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләлә предприятиеның республика ярҙамына өмөт итә алыуын билдәләне.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика