12:27 (UTC+5), 30 Августа 2013

Башҡортостанда Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ булдырылды

Эльвира Латипова
Республика Хөкүмәте бойороғо менән төбәктә БР «Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ» дәүләт автономиялы учреждениеһы булдырылды.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицион башланғыстарға ярҙам итеү һәм уларҙы оҙатыу, төбәктең конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү һәм социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреү буйынса төрлө сараларҙы фәнни яҡтан тәьмин итеү агентлыҡ эшмәкәрлегенең төп маҡсаты булып тора.
Инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ булдырыу ниәте тураһында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының июндә үткәрелгән кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.
Агентлыҡты ойоштороусы вәкәләттәре БР Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде.
— Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙә экспортты арттырыу һәм сит илдәрҙән инвестициялар йәлеп итеү буйынса функциялар йышыраҡ махсус автономиялы агентлыҡтарға тапшырыла, - тине төбәктең иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин. – Донъя практикаһында «инвестицияларҙы ҡеүәтләү агентлығы» тигән төшөнсә осрай. Инвестиция агентлыҡтары ил тураһында, уның халыҡ-ара конгресс һәм күргәҙмәләрҙәге өҫтөнлөктәре тураһында инвесторҙарға мәғлүмәт бирә.
Александр Марьин һүҙҙәренсә, Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ «төбәктең инвестиция проекттарын үҫтереү буйынса берҙәм дәүләт операторы» булып торасаҡ.
Бөгөнгө көндә яңы структураның уставын һәм күҙәтеү советының составын формалаштырыу буйынса эш алып барыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика