11:05 (UTC+5), 26 Августа 2013

Төбәктә табиптарҙың һәм мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ

Эльвира Латипова
Башҡортостанстат 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың дәүләт һәм муниципаль ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы кимәлен иҫәпләп сығарған. Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияһының эш хаҡы күләмен төбәк буйынса уртаса кимәл (айына 21 653,8 һум) менән сағыштырғандар.
Шулай итеп, Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре ғинуар-июнь айҙарында айына 23 028,7 һум алған, республика буйынса уртаса кимәлдән был 6,3 процентҡа юғарыраҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының уртаса эш хаҡы айына 17 777,2 һум тәшкил иткән (дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡына ҡарата 96,7 процент). Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусылары айына уртаса - 19 570 һум (төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә ҡарата 90,4 процент), юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары 34 650,5 һум (160 процент) алған.
Медицина ойошмаларында эшләгән, юғары белемгә эйә булған һәм медицина хеҙмәттәре күрһәткән хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар тәүге ярты йыллыҡта айына уртаса 36 981,9 һум алған – Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы күләменә ҡарата 170,8 процент. Урта медицина персоналының эш хаҡы - 18 972,6 һум (87,6 процент), кесе медицина персоналының хеҙмәт хаҡы — 11 265,6 һум (52 процент).
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы - 8 166,9 һум (республика буйынса уртаса кимәлгә ҡарата 37,7 процент), мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең — 12 339,6 һум (57 процент), ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең — 26 623,6 һум (123 процент).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика