11:20 (UTC+5), 16 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов Ҡолғона ауылы халҡының йәшәйеше менән танышты һәм Белорет районында юл төҙөү барышын тикшерҙе

Розалия Вәлиева,Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Ишембай районының Ҡолғона ауылында булды, унда бер нисә социаль объектты, шул иҫәптән балалар баҡсаһын, урта мәктәпте һәм БР халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың Ижад йортон ҡараны.
Ҡолғона халҡының төп проблемаһы – ауылда бер генә яҡшы юл да юҡ. Бөгөнгө көндә унда 350-гә яҡын йорт иҫәпләнә. Халыҡ һөйләүенсә, ауылда булған юлды юл тип әйтеүе лә ҡыйын. Сөнки унан ҡыш һәм йәй көндәрендә генә үтеп була, яҙлы-көҙлө уны һыу баҫа йәки ямғыр йыуа. Бынан тыш, ҡыш көнө юлды ҡарҙан таҙартыу өсөн яңы транспорт та талап ителә.
Юл булмағанлыҡтан ололар ҙа, балалар ҙа йонсой. Ҡолғона урта мәктәбе уҡытыусылары һүҙҙәренсә, күрше ауылдарҙан килеп уҡыған балаларға ҡайһы саҡта бер нисә километр йәйәү атларға ла тура килә. Сөнки уларҙы ташыған автобус ҡыш көндәре тауға менә алмаған осраҡтар ҙа була.
Урындағы мәктәп уҡытыусылары шулай уҡ республика Президентына уҡыусыларҙы төрлө олимпиада, конкурс һәм ярыштарға йөрөтөү өсөн автотранспорт бүлеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Әлегә уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, мәктәп өсөн транспорт табыу – хәл итерлек мәсьәлә.
Ҡолғона халҡы алдында торған йәнә бер мөһим проблема – ауылда элемтә юҡ. Ауылдың тауҙар араһында урынлашҡан булыуы һәм бында халыҡ һанының әҙ булыуы сәбәпле, элемтә операторҙарына был урында үҙҙәренең вышкаһын урынлаштырыу отошло түгел, тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. Шулай ҙа ул район хакимиәте башлығына операторҙар менән һөйләшеп, БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы менән берлектә был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Рөстәм Хәмитовҡа һөйләүҙәренсә, ауылдың һәр йортонда тиерлек бал ҡорто тоталар. Бал күп була, әммә уны һатыу ауырлыҡ тыуҙыра.
— Ауырғазы районында «Йәнле ауыл» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Бында ла шундай уҡ программа булдырырға кәрәк. Кооперативһыҙ был мәсьәләне хәл итеүе ауыр буласаҡ, - тигән фекерен белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Белгестәр фекеренсә, умартасылыҡтан тыш, бында фермер хужалыҡтарын, малсылыҡ тармағын, шулай уҡ туризмды үҫтереп була. Бының өсөн төбәктә мөмкинлектәр етерлек.
Артабан республика етәксеһе Белорет районының Үрге Әүжән ауылында булды. Бында Үрге Әүжән ауылы, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларын үҙ-ара бәйләйәсәк юл төҙөү барышы тикшерелде. Алдағы ике йылда юлдың Стәрлетамҡтан алып Үрге Әүжәнгә тиклемге өлөшөн төҙөүгә 3,3 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Юл оҙонлоғо 115 километр тәшкил итәсәк. Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итеүҙәренсә, әлегә 11 километр юл һалынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика