14:24 (UTC+5), 16 Августа 2013

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге яңы объекттар менән тулыланды

Галина Бахшиева
Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге яңы объекттар менән тулыланды. БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Республиканың инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса комиссияһы йәнә ете бындай проектты хупланы.
Улар араһында - «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү ҡеүәтен арттырыу» (проект инициаторы — «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте); «Кушнаренко районында йылына 130 мең тонна бройлер ите етештереү буйынса ҡошсолоҡ комплексын төҙөү» (инициаторы — «БашБройлер» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте); «Иген культураларын һәм үҫемлектәр биомассаһын тәрән эшкәртеү комплексын төҙөү» проекты (инициаторы — «Биосистема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
Ҡалған дүрт проектты «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим иткән.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә бөгөнгө көндә 80 проект иҫәпләнә, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 490 миллиард һум тәшкил итә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә 42 мең яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика