06:40 (UTC+5), 14 Августа 2013

Рөстәм Хәмитов: «Стәрлетамаҡ әҙер продукция етештереү күләмдәрен арттырырға тейеш»

Эльвира Латипова
Донъя баҙарында сеймалға һорау кәмеү сәбәпле Стәрлетамаҡта сәнәғәт производствоһы күләмдәренең кәмеүе әҙер продукция өлөшөн арттырыу кәрәклеге хаҡында һөйләй. Был хаҡта БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Стәрлетамаҡ халҡы менән осрашыуында әйтелде.
— 2013 йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнәғәт производствоһы үҫеше йәһәтенән күрһәткестәр бик яҡшы түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Аҡса йүнәлтелә, яңыртыу эштәре алып барыла, әммә һорау кәмей. Тәү сиратта был Стәрлетамаҡ предприятиеларына тәьҫир итте.
Президент һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡта сәнәғәт производствоһы күләмдәре тәүге ярты йыллыҡта 4-5 процентҡа кәмегән, был ҡаланың башҡа социаль-иҡтисади күрһәткестәренә лә йоғонто яһаған.
— Был донъяүи көрсөктөң дауам итеүе тураһына һөйләй. Ә беҙ, нигеҙҙә, сеймал продукцияһы етештереүсе булараҡ, үҙ позицияларыбыҙҙы юғалта башлайбыҙ, - тине республика етәксеһе. – Беҙ сеймал поставкалаусы булып ҡалырға тейеш түгел. Шуға күрә бында әҙер продукция етештергән производстволарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы производстволар төҙөүгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға, сәнәғәт объекттарының экологияға ниндәй йоғонто яһауына дөрөҫ баһа бирергә, был ҡатмарлы теманы сәйәсәткә ҡормаҫҡа кәрәк.
Стәрлетамаҡ халҡы Президент менән байтаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика етәксеһенә ҡаланы социаль үҫтереү, территорияны төҙөкләндереү, юлдар төҙөү, туризмды үҫтереү, күп фатирлы йорттарға ремонт үткәреүгә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика