07:47 (UTC+5), 14 Августа 2013

Башҡортостан Президенты «ДревПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеген ентекле тикшерергә ҡушты

Эльвира Латипова
«ДревПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге законға ярашлы булыу-булмауы йәһәтенән ентекле тикшереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе, 13 августа, Стәрлетамаҡ халҡы менән осрашыу барышында белдерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ойошма финанс хеҙмәттәре өлкәһендә үтә уңайлы хеҙмәттәр тәҡдим итә, һәм был, әлбиттә, халыҡта шик тыуҙыра.
— Беҙ «МММ» компанияһына һәм алданған өлөшсөләргә бәйле ваҡиғаларҙы баштан үткәрҙек инде. Республика бурыстарҙы ҡапларға ла мәжбүр булды. Ә хәҙер төбәктә, Стәрлетамаҡта «ДревПром» фирмаһы барлыҡҡа килде, ул үтә уңайлы шарттарҙа бурыстарҙы ҡаплау буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә, - тип һөйләне ҡаланың Ветерандар советы президиумы ағзаһы Александр Кузенёв.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «ДревПром» компанияһына бәйле хәл тикшереләсәк. Республика етәксеһе халыҡты һаҡ булырға саҡырҙы.
— Еңел аҡса эшләүгә, арзан фатирҙарға, арзан машиналарға ышанмағыҙ – улар ялған, - тине Президент. – Квадрат метры 10-20 мең һум торған арзан фатирҙар, нуль процент ставкалы кредиттар, йылына 40-50 процент биргән килем сығанаҡтары юҡ. Улар була ла алмай.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары «ДревПром» фирмаһы эшмәкәрлегендә финанс пирамидаһы һәм ялған билдәләренең булыу-булмауын тикшерергә тейеш. Әгәр ҙә улар бар икән, кешеләргә был хаҡта тиҙ арала хәбәр итергә һәм саралар күрергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика