11:20 (UTC+5), 12 Августа 2013

Йыл башынан алып төбәктә 40 хужалыҡ «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы статусын алды

Галина Бахшиева
Башҡортостандың йәнә ике ауыл хужалығы предприятиеһы – Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы - «500 ферма» республика комплекслы программаһында ҡатнашыусы статусын алды.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хужалыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, 2013 йыл башынан алып республиканың 40 хужалығы программала ҡатнашыусы статусын алған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «500 ферма» программаһы әлеге ваҡытта 15 районда уңышлы тормошҡа ашырыла.
«Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы 2012 йылдың яҙында тормошҡа ашырыла башланы.
Тәүге йылда программала төбәктең 67 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашты, был ваҡыт эсендә уларҙа 70-тән ашыу һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылды.
2013 йылдан башлап субсидиялау ставкалары артты: яңы төҙөлөш һәм реконструкция өсөн бер мал урынына - 35 мең һумға тиклем, капиталь ремонт барышында бәйһеҙ тотоу өсөн — бер мал урынына 20 мең һумға тиклем.
Бынан тыш, һауыу залдарын төҙөү-монтажлау эштәре өсөн – 1,5 миллион һумға тиклем, һөт блоктары өсөн - 1 миллион һумға тиклем, заманса һауыу залдары һәм ирекле һауыу системаһын алыу өсөн 2,5 миллион һумға тиклем субсидия билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика