Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Август 2013, 16:36

Өфөлөләр бал йәрминкәләренә саҡырыла

Йома, 16 августа, Өфө ҡалаһы Калинин районының «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе үтә.
Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә балдың төрлө сорттары, шулай уҡ умартасылыҡ продукттары тәҡдим ителәсәк.
Башлана – 10 сәғәттә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 августа Өфөлә, Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда IX бал йәрминкәһе асылды. «Башинформ» агентлығына Совет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә көн һайын 10.00 – 16.00 сәғәттәрҙә 31 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас