05:29 (UTC+5), 09 Августа 2013

Журналистар, экологтар һәм Өфө районы вәкилдәре эш сәфәре менән - «Кроношпан» заводында

Галина Бахшиева
Республика һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары, дәүләт һәм бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмалары экологтары, шулай уҡ Өфө районы вәкилдәре бөгөн, 9 августа, Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһында урынлашҡан «Кроношпан» предприятиеһына юлланды. Делегация составында – 22 кеше.
Ағасты тәрән эшкәртеү буйынса предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу эш сәфәренең төп маҡсаты булып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Өфө районында шундай уҡ производство төҙөү планлаштырыла.
Бөгөнгө көндә Егорьевск ҡалаһында урынлашҡан завод Рәсәйҙә «Кроношпан» компанияһының тәүге предприятиеһы булып тора.
— Эш сәфәре программаһында завод буйлап экскурсия һәм предприятие етәкселеге менән осрашыу ҡаралған. Башта был сәфәрҙе матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн бер көнөлөк тур итеп ойошторорға планлаштырылғайны. Әммә аҙаҡтан турҙа ҡатнашыусылар составын киңәйтергә, унда экологтарҙы һәм Өфөгә яҡын урынлашҡан ауыл вәкилдәрен индерергә ҡарар ителде, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белгесе Павел Самойлин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика