05:22 (UTC+5), 07 Август 2013

Республика Президенты: «Биотехнологиялар эшләү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итергә кәрәк»

Галина Бахшиева
Республикала биотехнологиялар инжиниринг үҙәген төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан 2013 йылда федераль бюджеттан 50 миллион һумдан ашыу аҡса алырға планлаштыра.
Кисә, 6 августа, Башҡортостанда биотехнологияларҙы үҫтереү һәм уларҙы ауыл хужалығында ҡулланыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, биотехнологиялар һәр яҡлап та перспективалы тармаҡ булып тора.
— Беҙҙә биотехнологиялар өлкәһендә эшләгән һәм биотехнология продукттары етештергән бер нисә предприятие бар. Был үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ерҙәрҙе яңыртыу препараттары, биологик ашламалар, малсылыҡ тармағы өсөн дарыу препараттары, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы утилләштереү саралары. Бындай продукция етештергән предприятиелар араһында - «Агромастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БашИнком» ғилми-үҙләштереү предприятиеһы, «Биомедхим», «Экохимтех» һәм башҡалар. Улар ярайһы уҡ уңышлы эшләй, әммә бергә хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда иген культураларын һәм башҡа үҫемлектәрҙе тәрән эшкәртеү буйынса алға китеш бар. Әммә был йүнәлештәге тәүге аҙымдар бының еңел булмауын күрһәтә. Тармаҡты финанслауҙан тыш, барлыҡ кәрәкле процестарҙы ойоштороу, белгестәр әҙерләү, бындай предприятиеларҙы республика биләмәһендә локалләштереү кеүек мәсьәләләр килеп тыуа. Төбәк башлығы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бергәләп ныҡышмалы эшләргә кәрәклеген билдәләне.
Мәҫәлән, Рөстәм Хәмитов биотехнологиялар менән ҡулланыусылар өсөн ҡайһы бер ташламалар булдырырға тәҡдим итте. Икенсе вариант – биотехнология продукцияһын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә алырға йәки субсидия бүлергә тейеш.
— Беҙ дөрөҫ йүнәлеш буйынса эш башланыҡ. Биотехнологиялар эшләү һәм уларҙы ҡулланылышҡа индереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итеү зарур. Республикалағы инновацион предприятиеларҙың яңы биотехнология препараттарын теркәүгә сығымдарын субсидиялау механизмын әҙерләргә кәрәк. Был эште Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы башҡарырға тейеш, - тине Башҡортостан Президенты.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика