08:07 (UTC+5), 02 Августа 2013

Өфөлә йәштәр өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә меңдән ашыу эш урыны тәҡдим ителде

Галина Бахшиева
Өфө предприятиелары һәм ойошмалары йәштәр өсөн ойошторлған вакансиялар йәрминкәһендә меңдән ашыу эш урыны тәҡдим итте.
— Йәштәр өсөн үткәрелгән сираттағы күп профилле вакансиялар йәрминкәһендә банк хеҙмәттәрен күрһәтеү, страховкалау, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, дөйөм туҡланыу, сәнәғәт һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшләгән 50 предприятие һәм ойошма ҡатнашты, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.
Вакансиялар йәрминкәһенә 250-нән ашыу кеше килде, уларҙың барыһы ла эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 175 кеше эшкә саҡырыу алды.
22 августа баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте йәштәр өсөн аҙаҡҡы йәйге вакансиялар йәрминкәһен ойошторасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика