05:43 (UTC+5), 30 Июля 2013

Стәрлетамаҡ менән Златоуст үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Людмила Терновая
Стәрлетамаҡ һәм Златоуст вәкилдәре сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөргә ниәтләй. Бындай ҡарар Златоуст делегацияһының Стәрлетамаҡ ҡалаһына визиты сиктәрендә ҡабул ителде. Эшлекле визит Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллиндың ярҙамы менән ойошторолдо.
Делегация составына Златоуст ҡала округы башлығы Вячеслав Жилин, уның урынбаҫарҙары Роман Болотов һәм Дамир Ғәлиәкбәров инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенән.
Делегация ағзалары Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов менән осрашты. Визит сиктәрендә ҡунаҡтар ҡаланың етештереү предприятиеларында - «Башҡортостан сода компанияһы», «Төҙөлөш материалдары», «Электр селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәттәрендә, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында, шулай уҡ «Стәрлетамаҡ-Арена» физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Гагарин исемендәге ял паркында булды.
Осрашыу һуңында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килешелде. Килешеү проектын Златоуст делегацияһы ағзалары әҙерләгән дә инде, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ вәкилдәре үҙ тәҡдимдәрен әҙерләй.
Златоуст башлығы Вячеслав Жилин Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотовҡа йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандағы коллегаларын сентябрҙә Златоуст ҡалаһына яуап визиты менән килергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика