11:54 (UTC+5), 26 Июня 2013

Башҡортостан Хөкүмәтендә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөү саралары тикшерелде

Эльвира Латыпова
Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 1 июнгә ҡарата яҡынса 30 миллион һум тәшкил итте. Шаршамбы, 26 июндә, БР Хөкүмәте ултырышында был бурыстарҙы бөтөрөү буйынса саралар тикшерелде. Ултырышты республика Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Төп бурыстар 10 муниципаль районда һәм өс ҡала округында тупланған, - тине Рөстәм Хәмитов. – Иң проблемалы нөктәләр – Күмертау ҡалаһы (дөйөм республика бурыстарының яҡынса 30 проценты) һәм Туймазы районы (24 процент). Тармаҡтарға килгәндә, иң күп бурыстар элеккесә эшкәртеү производстволары предприятиеларында күҙәтелә - 16,5 миллион һум, йәғни 55 процент.
Президент билдәләүенсә, «30 миллион һум – ул рәсми статистика мәғлүмәттәре, ә ысынында иһә бурыстар күберәк».
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, конкурс производствоһы процедураһы индерелгән биш ойошма бурыстарҙың өстән бер өлөшөнән ашыуын формалаштыра. Шул уҡ ваҡытта, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, банкрот тип танылған 41 ойошмала 128 миллион һум күләмендә бурыстар иҫәпләнә.
Президент бындай социаль ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн банкротлыҡ тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү кәрәклеге хаҡында әйтте.
— Банкротлыҡ тураһындағы ҡануниәткә ярашлы шундай хәл килеп тыуыуы ихтимал: конкурс производствоһы процедураһы тамамланғандан һуң, бурыстар иҫәптән сығарыла һәм эш хаҡы түләнгән һанала. Ысынында иһә кешеләр хеҙмәт хаҡын алмай, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә федераль ҡануниәтте үҙгәртеү мәсьәләһе буйынса РФ Дәүләт Думаһына, РФ Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү өсөн, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының, Дәүләт Йыйылышы депутаттарының, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү зарур.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы:
— Идаралыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала ағымдағы йылдың апрель айы башына ҡарата банкротлыҡ процедуралары 764 ойошмала үткәрелгән, улар араһынан 104 ойошмала йәмғеһе 206 миллион һум күләмендә бурыстар булған.
Эш хаҡы буйынса иң күп бурыстар түбәндәге предприятиеларҙа тупланған: «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (60 миллион һумдан ашыу), «Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (41 миллион һум), «Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (18 миллион һум). Президент һәр айырым осраҡты ентекле тикшерергә ҡушты. Мутлашыусылар яза алырға тейеш, тип билдәләне ул.
Хөкүмәт ултырышында күпселек муниципаль советтарҙың эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләләре буйынса эшмәкәрлеге тәнҡиткә алынды. Шулай уҡ профсоюздар, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эшмәкәрлегенә дәғүәләр белдерелде.
— Эш хаҡын түләмәгән етәкселәр – ысын мәғәнәһендә енәйәтселәр, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. – Ундай кешеләрҙе бер нисек тә аҡлап булмай. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: кешеләргә айҙар буйы хеҙмәт хаҡы түләмәгән эш тәҡдим итеүселәр ҡаты яза алырға тейеш.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика