12:45 (UTC+5), 25 Июнь 2013

Өфөлә асылған форумда Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контролен булдырыу тәжрибәһе тикшерелә

Розалия Вәлиева
Шишәмбе, 25 июндә, Өфөлә «Илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына йәмәғәт контроле практикаһы һәм һөҙөмтәле күҙәтеү механизмы» төбәк-ара форумы асылды.
Башҡортостанда йәмәғәтселек менән идара итеүсе компанияларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе йәһәтенән ҙур тәжрибә тупланған. Ике йыл элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов идара итеүсе компанияларҙың эшмәкәрлегенә йәмәғәт контроле органын – йорт комитеттарын булдырырға тәҡдим иткәйне. Бөгөнгө көндә республикала 11 меңдән ашыу күп фатирлы йорт советы теркәлгән. Уларҙың эшмәкәрлегенә «БР Йорт комитеттары союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкте контроллек итә.
Форумда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының йәмәғәт контроле үҙәктәре ағзалары, күп фатирлы йорт советтары рәйестәре, идара итеүсе компаниялар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар етәкселәре ҡатнаша.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә йәмәғәт контролен булдырыу сараның төп темаһы булып тора. «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһы идараһы рәйесе Константин Цицин билдәләүенсә, муниципаль властар йәмәғәт контроле органын булдырырға теләмәй, был идеяны граждандар ғына хуплай.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә контроль буйынса йәмәғәт хәрәкәтендә барлыҡ төбәктәр ҙә ҡатнашмай. Уның киләсәге өмөтлө булырына ышанам, - тип билдәләне Константин Цицин. – Унан да бигерәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә контроль буйынса йәмәғәт ойошмалары селтәрен булдырыу закондар сығарыу базаһына нигеҙләнгән (РФ Президентының 600-cө Указы). Йәмәғәтселек власҡа күп мәсьәләләрҙе тиҙерәк һәм яҡшыраҡ хәл итергә ярҙам итә ала. Был маҡсаттарға бюджеттан средстволар бүлергә лә мөмкин.
Йәмәғәт контролен ойоштороу тәжрибәһе тураһында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин һөйләне.
— Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә программа тормошҡа ашырыла, 2012 йылда дөйөм финанслау күләме 5 миллиард 700 миллион һум тәшкил итте, - тип хәбәр итте министр.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы 365 предприятиены берләштерә. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса тармаҡ ойошмалары 35 миллиард һумдан ашыу суммаға тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим иткән. Һуңғы йылытыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы рейтингына ярашлы, Башҡортостан дүртенсе урында килә. Республиканың торлаҡ фонды 91,5 миллион квадрат метр тәшкил итә. 2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 527 мең квадрат метр торлаҡ авария хәлендә тип танылған, граждандарҙы ул йорттарҙан күсереүгә 16 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика