12:19 (UTC+5), 21 Июня 2013

Башҡортостан Президенты «Танып-Агро» предприятиеһын тулы ҡеүәтенә сығарырға ҡушты

Эльвира Латипова
Йома, 21 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында вице-премьер Эрнст Исаевҡа «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен - малсылыҡ комплексын төҙөп бөтөргә һәм уны тулы ҡеүәтенә сығарырға ҡушты.
Заманса ауыл хужалығы предприятиеһы 2009 йылда элекке малсылыҡ комплексы урынында төҙөлә башлаған. Бының өсөн 150 миллион һум күләмендә кредит алғандар. Комплекстың 120 баш эре малға иҫәпләнгән тәүге сираты төҙөлгән. Финанс көрсөгө тағы бер кредит алып, проектты тамамлап ҡуйырға мөмкинселек бирмәгән. Һөҙөмтәлә производство тулы ҡеүәтенә сыға алмаған һәм бөгөнгө көндә зыянға эшләй.
2011 йылда «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бурыстары менән ҡуша «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тапшырылған, ул проектҡа йәнә 32 миллион һум аҡса һалған. Эре мал һаны 500-гә тиклем еткерелгән, әммә компания әүәлгесә зыянға эшләгән. Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы предприятиеһында уртаса тәүлек һауым 1,5 тонна тәшкил итә. Һөт урындағы заводҡа ебәрелә.
Белгестәр баһалауынса, предприятиены тулы ҡеүәтенә сығарыу өсөн, бында кәм тигәндә 1000 баш эре мал аҫралырға һәм кәм тигәндә 10 мең гектар ер эшкәртелергә тейеш. Был маҡсаттарға 85 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Малсылыҡ комплексын «Үҙәк» МТС-ына тапшырыу ҡарала. Республика Президенты фекеренсә, «Танып-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә көслө хужалыҡ булдырырға мөмкин.
— Асҡын районында уңдырышлы ерҙәр, мал аҙығы күп, әммә заманса ауыл хужалығы предприятиелары юҡ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Шуға күрә бында ҙур хужалыҡ булдырырға кәрәк, уның ярҙамында һөҙөмтәле ауыл хужалығы производствоһын үҫтереп була.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика