06:16 (UTC+5), 21 Июнь 2013

Баш ҡала пенсионерҙарына йәрминкәлә 500 вакансия тәҡдим ителде

Галина Бахшиева
Пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим ителде.
Сарала 40-тан ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.
— Йәрминкәгә килгән 300 кешенән 220-һе эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 130 кеше эшкә саҡырыу алды, - тип билдәләне халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина. – Эш эҙләүселәргә шәфҡәт туташы, методист, консьерж, һаҡсы, менеджер, заказдар ҡабул итеүсе, видеокүҙәтеү операторы һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителде.
Тәҡдим ителгән эш хаҡы кимәле - 10 мең һумдан ашыу.
Пенсионерҙар өсөн сираттағы күп профилле вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 12 сентябрҙә үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика