05:47 (UTC+5), 20 Июня 2013

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бахрейн принцессаһы менән осрашты

Розалия Вәлиева
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бахрейн принцессаһы менән осрашты. «Рияда» төркөмө президенты Шейха Дейя бинт Ибраһим Әл Хәлифә Башҡортостанға эш визиты менән килде. Осрашыуҙа республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү, берлектәге халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыу мәсьәләләре һәм инвестициялар тураһында һүҙ барҙы.
Бахрейн принцессаһының Башҡортостанға визиты сараларға бай: бизнесмендар менән осрашыуҙар, заводтарға барыу планлаштырылған. Республика Президенты төбәк иҡтисады үҫешенең төп күрһәткестәре, предприятиелар һәм сәнәғәт өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр тураһында һөйләне һәм берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
— Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге әүҙем алып барыла, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Заманса ҡануниәт булдырылды. Уға ярашлы, инвесторҙар өсөн ҙур һалым ташламалары ҡаралған. Беҙҙә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, һеҙҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. Һеҙҙең инвестициялар йәлеп итеү һәм ҙур фондтар менән килешеп эш итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыуығыҙ хаҡында беләбеҙ, беҙҙең проекттарҙы ла ҡарап сығырға тәҡдим итәбеҙ. Республика банк структураларының Фарсы ҡултығы илдәрендә эшмәкәрлек алып барыуы һәм Башҡортостан предприятиелары продукцияһын Яҡын Көнсығыш илдәренә сығарыу өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә теләр инек. Беҙҙә донъя кимәлендәге продукция етештергән, халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашҡан предприятиелар бар. Атап әйткәндә, һүҙ Кубала өс нефть эшкәртеү заводын ойоштороу тураһында бара. Ҡорамалдар урынлаштырыуҙан алып технологиялар индереүгә тиклем барлыҡ эштәрҙе Башҡортостан белгестәре башҡара ала. Проект бюджеты – яҡынса 20 миллиард доллар.
Бахрейн принцессаһы күптән Башҡортостанды күрергә хыялланыуы хаҡында әйтте. Шейха Дейя бинт Ибраһим Әл Хәлифә нефть һәм нефть продукттарын һатыу, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, энергетика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдерҙе. Шулай уҡ, уның һүҙҙәренсә, киләсәктә нефть-газ секторын да үҫтерергә мөмкин.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика