09:39 (UTC+5), 20 Июня 2013

Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

Розалия Вәлиева
Санкт-Петербургтың «Ленэкспо» күргәҙмә үҙәгендә йыл һайын үтәрелеүсе Халыҡ-ара иҡтисади форум асыла. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Евгений Маврин, Дмитрий Шаронов һәм Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров бар.
Сара сиктәрендә «Стрэтеджи Партнерз Груп» компанияһы, PVG «Оупенспорт» холдингы, «АстраЗенека» фармацевтика компанияһы, «Хевел» һәм «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселеге менән осрашыуҙар планлаштырылған. Башҡортостан вәкилдәре «Рәсәй-Һиндостан» бизнес-диалогында һәм пленар ултырышта ҡатнашасаҡ.
Йола буйынса, иҡтисади форумда корпорациялар һәм төбәктәр араһында килешеүҙәр төҙөлә. Атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РусГидро Башҡортостан Һөҙөмтәлелек» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Альстом» холдингы менән хеҙмәттәшлек итеү даирәһен киңәйтеү тураһында меморандум төҙөйәсәк.
Форумда 4,4 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итә «РБК». Сараға БРИКС илдәре, АҠШ, Евросоюз, Япония, Ғәрәп Әмирлектәренән йәмғеһе 89 сит ил делегацияһы киләсәк. Уларҙың составында - 36 вице-премьер һәм сит ил эштәре министры. Шулай уҡ форумда Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Нидерланды премьер-министры Марк Рютте ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика