Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2013, 18:20
Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә
Ғинуар-май айҙары йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре һәм йән башына иҫәптә торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Был ваҡыт эсендә бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә республикала 6514 фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 645,6 мең квадрат метр тәшкил итә. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 113,6 процентҡа тиң. Төбәктә 1000 кешегә 159 квадрат метр сафҡа индерелгән торлаҡ тура килә.
Төҙөлгән торлаҡ күләменәң 84,7 проценты шәхси төҙөүселәргә тура килә (бер йыл элек был күрһәткес 85,1 процентҡа тиң ине). Граждандар үҙ аҡсаһына һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 546,5 мең квадрат метр тәшкил иткән 4822 шәхси йорт төҙөгән. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, был 113 процентҡа тиң.
Предприятие һәм ойошмалар 99,1 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән (117,1 процент).
Ағымдағы йылдың ғинуар-май айҙарында ауыл ерендә - 344,9 мең (плюс 17,9 процент), ҡалаларҙа 300,7 мең квадрат метр торлаҡ (плюс 9 процент) файҙаланыуға тапшырылған.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
башҡортостанстат
Читайте нас