11:07 (UTC+5), 19 Июня 2013

Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү программаһы эшләнеп бөтөлөргә тейеш

Галина Бахшиева
«2013-2018 йылдарға Башҡортостандың төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһын яҡынса бер айҙан раҫлау планлаштырыла. Бындай ҡарар бөгөн республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡатнашыусылар менән ҡабул ителде. Уларҙың фекеренсә, документ эшләнеп бөтөлөргә тейеш.
Программаны финанслау күләме - 616,653 миллиард һум. Уларҙың 2410,409 миллионы – федераль бюджеттан, 22024,724 миллион һумы республика бюджетынан бүленергә тейеш. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙың өлөшө - 586046,157 миллион, урындағы бюджеттарҙың өлөшө 2499,487 миллион һум тәшкил итә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов текстың эшләнеп бөтөлмәүен, унда аңлайышһыҙ ҡушымталарҙың күп булыуын билдәләне һәм программаны әҙерләүселәргә документты июль уртаһына тиклем эшләп бөтөрөргә ҡушты.
Президент һүҙҙәренсә, төҙөлөш бөгөнгө көндә Башҡортостанда мөһим һәм ауыр темаларҙың береһе булып тора. Быға ҡарамаҫтан, төбәктә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре йылдан-йыл арттырыласаҡ. 2015 йылға республикала иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы тулыһынса һүтеп алыу планлаштырыла.
Граждандарҙы арзан һәм сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын үтәү өсөн республиканың үҙенең төҙөлөш инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Уның ярҙамында урындағы төҙөүселәр ситтән килтерелгән түгел, ә үҙебеҙҙең материалдарҙы файҙалана аласаҡ.
— 2018 йылға республикала йыл һайын ике миллион квадрат метрҙан ашыу эконом класындағы торлаҡ сафҡа индереләсәк, тип планлаштырыла. Дәүләт ҡайһы бер төркөм кешеләр алдында бурыслы, шуға күрә уларҙы тулыһынса торлаҡ менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был да ҙур һәм ауыр мәсьәлә, әммә уны хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме республиканы территориаль планлаштырыу документтары менән тәьмин итеүгә өлгәшергә тейешбеҙ, - тине республика етәксеһе.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика