10:26 (UTC+5), 07 Июнь 2013

Баш ҡалала сифат өлкәһендә БР Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Эльвира Латипова
Өфөнөң Конгресс-холында 2012 йыл йомғаҡтары буйынса продукция (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурста еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә Конгресс-холда БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советының 43-сө ултырышы үтә.
Иң абруйлы республика конкурсы комиссияһы беренсе урынды бер юлы дүрт ойошмаға бирҙе. Улар - «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы, БР «Башҡортостан дәүләт нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларын проектлау буйынса институты» дәүләт унитар предприятиеһы.
Икенсе урынға «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Уралтехнострой» корпорацияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лайыҡ булды.
Өсөнсө урын «БР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты» дәүләт унитар предприятиеһына, «Күмертау авиация прозводство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы - «Башнефть-Новойл» компанияһына, шәхси эшҡыуар Рәсүл Муллаяновҡа тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика