07:29 (UTC+5), 06 Июня 2013

Өфөлә БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советы ултырышы үтә

Эльвира Латипова
Өфөнөң Конгресс-холында БДБ илдәренең Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация буйынса дәүләт-ара советының 43-сө ултырышы асылды.
Дәүләт-ара совет БДБ илдәренең стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация өлкәһендә берҙәм сәйәсәт булдырыу һәм алып барыу буйынса хөкүмәт-ара органы булып тора. Советтың сираттағы ултырышында Дәүләт-ара советтың Стандарттар буйынса бюроһы ағзалары, БДБ илдәренең, шулай уҡ Германия, Бөйөк Британия, Бельгия, Франция, Словакия, Швеция, Польша, Испания, Австрия һәм башҡа ғәрәп илдәренең стандартлаштырыу буйынса ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар продукцияның сифатын яҡшыртыу һәм конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү, техник кәртәләрҙе кәметеү, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләрен хәл итәсәк.
— Биш-алты йыл элек кенә йылына яҡынса 200 стандарт әҙерләнә торғайны, - тип хәбәр итте Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин. – Хәҙер иһә БДБ илдәренә бергә йылына 2000 стандарт ҡабул итәбеҙ.
Уның һүҙҙәренсә, һәр тармаҡ өсөн билдәле күләмдә заманса стандарттар әҙерләргә кәрәк. Бынан тыш БДБ илдәре 1990-сы йылдар аҙағында һәм 2000-се йылдар башында барлыҡҡа килгән артта ҡалыуҙы бөтөрөргә тырыша. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта дәүләт был мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә башланы. Был Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Украинала ла күҙәтелә.
Дәүләт-ара советтың яуаплы секретары, Стандарттар буйынса бюро директоры Николай Сонец хәбәр итеүенсә, әлеге ултырышта яҡынса 500 стандарт ҡабул ителергә тейеш.
— Был стандарттар иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен күпкә арттырасаҡ, - тип иҫәпләй Николай Сонец.
Совет ултырышының төп саралары ике көнгә иҫәпләнгән. 6 июндә көндөң тәүге яртыһында пленар ултырыш үткәрелә, артабан Дәүләт-ара совет комиссиялары эшләй башлаясаҡ. Йома, 7 июндә, Совет рәйесе - Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Григорий Элькиндың килеүе көтөлә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль хеҙмәт араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ 2012 йыл өсөн сифат өлкәһендә БР Президенты премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
Шәмбегә эш осрашыуҙары һәм һөйләшеүҙәр, шулай уҡ мәҙәни программа планлаштырылған.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика