06:41 (UTC+5), 05 Июня 2013

Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус орган булдырыласаҡ

Эльвира Латипова
— Республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ булдырыу буйынса ҡарар ҡабул итергә планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бындай структура тейешле указға ҡул ҡуйғандан һуң эшләй башлаясаҡ.
Бынан тыш, республика Президенты иҡтисад өлкәһендәге хәлгә мониторинг буйынса маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыу кәрәклеген билдәләне.
— Республика үҫешен билдәләгән һандарға дөрөҫ баһа биреү барыһы өсөн дә файҙалы буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Шулай уҡ республика етәксеһе эшҡыуарлыҡ менән эшләү буйынса махсус структура булдырыу ниәте тураһында иҫкә төшөрҙө. Структура бәләкәй бизнес үҫешен планлаштырыу менән шөғөлләнәсәк, иҡтисад өлкәһендәге хәлде анализлаясаҡ һәм эшҡыуарҙарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк, тип планлаштырыла.
— Июндә инвестициялар буйынса агентлыҡ булдырырға тейешбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Уның формаһы билдәләнәсәк әле. Артабан иҡтисади хәлгә мониторинг ойоштороу һәм эшҡыуарлыҡ менән эшләү хаҡында уйлаясаҡбыҙ. Июнь айында ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика