12:32 (UTC+5), 05 Июня 2013

Августа «Өфө» аэропортында халыҡ-ара терминал төҙөлә башлаясаҡ

Эльвира Латипова
Августа «Өфө» аэропортында яңы халыҡ-ара терминал төҙөлә башлаясаҡ. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов һөйләне.
Бөгөнгө көнгә эске авиалиниялар залының дөйөм майҙаны - 12 мең квадрат метр, халыҡ-ара зал майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә. Әле булған халыҡ-ара терминал төҙөлөп ятҡан объектҡа беркетеләсәк – уның дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ аэропорт биләмәһен кәртәләү буйынса эштәр планлаштырыла.
— Аэропорт «лего» принцибы буйынса ҙурайтыласаҡ, - тип билдәләне Президент. – Әле булған биналар яңы аэропорт комплексына беркетеләсәк. Төҙөлөш эштәре 2015 йылдан һуң да дауам итәсәк. Эске линиялар киңәйтеләсәк.
Киләсәктә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, эске линиялар залының дөйөм майҙаны 25-30 мең квадрат метрға тиклем киңәйтелергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика