Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2013, 10:24

Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән 6800 эшһеҙ иҫәпләнә

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә бөгөнгө көндә 7200 өфөлө иҫәптә тора, уларҙың 6800-гә яҡыны – эшһеҙ. 400 кеше хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыуын дауам итә.
Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың вакансиялар банкында әлеге ваҡытта 25 мең буш эш урыны иҫәпләнә.
Эшһеҙлек кимәле 1,21 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,29-ға тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, Өфөлә бер эшһеҙгә яҡынса өс буш эш урыны тура килә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас