Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2013, 11:22
Башҡортостанда 2013 йылға күргәҙмә-йәрминкә саралары планы раҫланды
Башҡортостанда 2013 йылға күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс саралары планы раҫланды. Республика Хөкүмәтенең тейешле
бойороғона
ҡул ҡуйылған да инде.
Документҡа ярашлы, бюджет средстволарын тотоноуҙы күҙ уңында тотҡан күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс сараларын үткәреүҙе дәүләт ихтыяждары өсөн тауарҙар поставкалауға, эштәр башҡарыуға, хеҙмәт күрһәтеүгә заказдар урынлаштырыу тураһындағы ҡануниәт положениеларын иҫәпкә алып ойошторорға кәрәк.
БР Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, План үтәлешенә контроллек итеү республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелгән.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
бр хөкүмәте бойороғо
күргәҙмәләр
Читайте нас: