09:48 (UTC+5), 30 Мая 2013

Республика Президенты Чебоксарҙа «Экра» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чебоксарҙа «Экра» ғилми-етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе рәсми делегация менән Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Чебоксарға килде.
— «Экра» әүҙем үҫешкән предприятиеларҙың береһе булып тора, - тип һөйләне Сыуашстандың иҡтисади үҫеш, сәнәғәт һәм сауҙа министры Алексей Табаков. – Эш хаҡы бында республика буйынса уртаса кимәлдән алты тапҡырға юғарыраҡ. Предприятие продукцияһы Рәсәйҙең бөтә энергия системаһын яҡлауҙы тәьмин итә.
Рөстәм Хәмитов подстанция ҡорамалдары етештереү участкаһында, компанияның ғилми-белем биреү үҙәгендә булды.
Алексей Табаков һүҙҙәренсә, Рәсәй баҙарында «Экра» компанияһы Siemens кеүек гиганттар менән уңышлы конкурентлыҡ итә.
Башҡортостанға бында етештерелгән продукция яҡшы таныш. «Экра» республиканың 35 предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан электр селтәре компанияһы менән эшләй.
«Экра» Башҡортостанға электр станцияһы ҡорамалдарын яҡлау өсөн 200 шкаф поставкалаған. Быйыл йәнә 90 шкаф ебәреү планлаштырыла.
Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, Алексей Табаков, үҙ-ара сауҙа итеү нигеҙен яғыу-энергетика һәм химия продукцияһы тәшкил итә, тип билдәләне. Был төркөм Башҡортостандан Сыуашстанға поставкаланған тауарҙарҙың 86 процентын тәшкил итә. Киләсәктә энергетика өлкәһендә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика