Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:33 (UTC+5), 30 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов һалым түләүселәрҙе һалым керемдәрен арттырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт алып барырға саҡырҙы

Эльвира Латипова
Шаршамбы, 29 майҙа, Башҡортостан Президенты БР бюджетының һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарының килем күләмен, һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Һөйләшеүгә республиканың ҙур предприятиелары - «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре саҡырылды.
Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, өс йыллыҡ бюджет дефициты йылына яҡынса 10-11 миллиард һум тәшкил итә. Уны ҡаплау өсөн шул иҫәптән заем средстволары ла йәлеп ителә.
— 2015 йылда республика бурысы 20 миллиард һумдан ашыуы мөмкин, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, төбәктә һалымдарҙан килгән аҡсаның 40 проценты 27 һалым түләүсегә тура килә. Дөйөм алғанда улар акциздарҙың – яҡынса 100 процентын, ойошмалар табышына һалымдар буйынса килемдәрҙең – 52,5 процентын, милеккә һалымдар буйынса – 50 процентын, физик шәхестәр табышына һалымдар буйынса килемдәрҙең 18 процентын тәьмин итә.
2013 йылда кире дниамика күҙәтелә.
— Дүрт ай эсендә был предприятиеларҙан килгән табыш, үткән йыл менән сағыштырғанда, 355 миллион һумға кәмене, - тип хәбәр итте республика етәксеһе һәм һалым түләүселәрҙе һалым керемдәрен арттырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт алып барырға саҡырҙы.
— Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙе арттырырға тейешбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Иңебеҙгә ҙур йөкләмәләр алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президентының былтыр майҙа ҡабул иткән указдарын үтәргә, атап әйткәндә, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға, күп балалы ғаиләләргә пособиелар түләргә, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итергә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр сифатын яҡшыртырға тейешбеҙ.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика